Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет етәкселәренә йылытыу мәсьәләләре буйынса ялыуҙарҙы тикшерергә ҡушты. Бынан алда республиканың дүрт районында һәм Өфөлә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышында етешһеҙлектәр теркәлгәйне.