Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова республиканың атҡаҙанған иҡтисадсыһы исеменә лайыҡ булды.
«Тыныс ҡына, бик лайыҡлы рәүештә министрлыҡ менән етәкселек итәһегеҙ, шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт», - тине Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һәм ведомство етәксеһен лайыҡлы награда менән бүләкләне.