

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында» республика законының 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәтте республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, законға үҙгәрештәр республика биләмәһендә һатылған аҙ алкоголле продукцияның (сидр, һыра һәм һыра эсемлектәре, бал һәм пуаре) хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, граждандарҙы ялған эсемлектәрҙән һаҡлауға йүнәлтелгән. Ойошмалар һәм эшҡыуарҙар бындай продукцияны маркировкалау талаптарын мотлаҡ үтәргә тейеш. Үрҙә әйтеп үтелгән аҙ алкоголле эсемлектәрҙе махсус реестрҙа теркәлгән ойошмалар ғына етештерергә хоҡуҡлы. Ойошманы реестрға индергәндә предприятиеға планлы тикшереү үткәрелә, уның барышында төп технологик ҡорамалдарҙың булыуын раҫларға кәрәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» составында метанол булған сидр менән күпләп ағыуланыу осрағы тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостанда 13 мең литр ошондай эсемлек асыҡланған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.