Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 30 һәм 31 октябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуа.
Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр, көндөҙ секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә -1, -6°, көндөҙ 0, +5°.
Көндөҙ 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе фаразлана. Төндә һәм иртән томан.