Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2023, 10:38

Башҡортостан Башлығы Өлфәт Мостафинды йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2018-2020 йылдарҙа Өфө хакимиәте башлығы булып эшләгән Өлфәт Мостафинды хөрмәтләп иҫкә алды.

«Бөгөн Өлфәт Мансур улының арабыҙҙан китеүенә өс йыл тулды, — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында. — Юғалтыу ҡайғыһы бер аҙ баҫыла төштө, хәҙер беҙ эшлекле, яҡшы кеше, Башҡортостан һәм Өфө патриоты тураһында йылы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ».

Республика етәксеһе үҙенең яҙмаһына Өлфәт Мостафиндың әсәһенең өйө алдында төшкән фотоһын да ҡуйған.

«Беҙ һәр ваҡыт Өлфәт Мансур улының әсәһе Миләүшә апаның өйө янындағы бына ошо эскәмйәлә ултыра торғайныҡ һәм ул беҙҙе оҙатып ҡала ине. Хәҙер ул да юҡ. Ә тәҙрә алдындағы эскәмйәләребеҙ беҙҙең өсөн шундай ҙур әһәмиәткә эйә. Улар - беҙҙе атай-әсәйҙәр, тыуған төйәк, хәтер», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл 7 октябрҙә Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылында Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә универсаль спорт майҙансығы асылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-29/glava-bashkirii-pochtil-pamyat-ulfata-mustafina-3497510

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас