
Башҡортостанға быйыл «Шәкәр диабетына ҡаршы көрәш» федераль программаһы сиктәрендә өҫтәмә рәүештә 36,7 миллион һум йүнәлтелгән. Рәсәй хөкүмәтенең тейешле бойороғо министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.
Ошо маҡсатҡа төбәктәр араһында 1,35 миллиард һум бүленгән. Документ тексында билдәләнеүенсә, аҡса ауылда һәм алыҫ территорияларҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларын шәкәр диабетын асыҡлау һәм сирленең хәлен контролдә тотоу өсөн ҡорамал менән йыһазландырыуға тотонола.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 2022 йылда диспансерҙа шәкәр диабеты менән сирләгән 124 204 кеше иҫәптә торған. Федераль регистрҙа иһә 122 602 өлкән кеше һәм 1602 бала иҫәпләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.