

Илебеҙҙең иң ҙур байлығы – уның күп милләтле, күп телле, полимәҙәни булыуында. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 200-гә яҡын милләт йәшәй. Ошондай мәҙәни төрлөлөк һәм шул уҡ ваҡытта берҙәмлек – беҙҙең төп өҫтөнлөк. Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә барған Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форумда шул хаҡта белдерҙе.
«Бөгөн бында Мәскәүҙән, Алтай, Бүрәтстан, Саха (Яҡутстан), Төньяҡ Осетия-Алания, Удмуртстан, Ҡарасай-Черкес, Татарстан, Коми, Марий Эл, Дағстан республикаларынан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы, туғандаш Ҡаҙағстандан дуҫтарыбыҙҙы сәләмләүебеҙгә шатбыҙ.
Барыбыҙҙы ла туған телдәргә һөйөү һәм уларҙың киләсәген хәстәрләү берләштерә. Бер-беребеҙҙән өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ошондай мәғариф форумдарын үткәрәбеҙ», - тине республика етәксеһе.
Был эш дүрт йыл элек башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезында республикала полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырырға тигән ҡарар ҡабул ителгәндән һуң башланды, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. 2019 йылда уҡ Өфөлә тәүге ике полилингваль гимназия барлыҡҡа килде. Һуңынан Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалыла, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында асылды. Ә хәҙер улар һигеҙ.
«Әйткәндәй, республикала күптән туған телдәрҙе өйрәнеүҙең яҡшы традициялары бар. Беҙҙең балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә уҡытыу алты телдә алып барыла, 13 тел туған тел булараҡ өйрәнелә, 56 милли инновацион мәктәп уңышлы эшләй. Өҫтәмә белем биреү үҙәктәрендә төрлө халыҡтарҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинлеге лә бар.
Нефтекамала – татар, Мишкә районында мари полилингваль мәктәбе уңышлы эшләп килә. Бишбүләк районында – сыуаш, Тәтешлелә удмурт телендә уҡытылған мәктәптәр асырға йыйынабыҙ. Белорет районының Уҫманғәле ауылында йыл әйләнәһенә балаларҙы ҡабул иткән республика полилингваль белем биреү үҙәген ойоштороу идеяһын тикшерәбеҙ», - тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.