

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, ул бындай тантананы беренсе тапҡыр ғына үткәрмәй. Уның кәштәһендә республикабыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан подразделениеларҙың флагтары өсөн урын етмәй. Бындай сарала һәр ваҡыт ике төрлө хис кисерәм, тине ул. Бер яҡтан, яугирҙәрҙең ошондай ҡатмарлы һәм мөһим ҡарар ҡабул иткәне өсөн ғорурлыҡ, ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо. Икенсе яҡтан, уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн ныҡ борсола.
«Республика хәрбиҙәребеҙҙең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәсәк. Башҡортостанда һәм федераль кимәлдә күрһәтелгән ярҙам сараларын ғына күҙ уңында тотмайым. Кәрәк икән, һәр бер осраҡта ярҙам итербеҙ. Яугирҙәрҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Махсус хәрби операция барған осорҙа беҙ бының буш һүҙҙәр түгел икәнен раҫланыҡ. Мобилизацияланған ир-егеттәр, ирекле подразделениелар менән бәйләнеш тотабыҙ, гуманитар ылау ебәрәбеҙ, үҙебеҙ ҙә алғы һыҙыҡҡа барып торабыҙ. Бындай эште еңеүгә тиклем дауам итербеҙ. Егеттәргә яҡшы итеп хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Шуны белегеҙ: һеҙҙең артта - тотош республика. Эшләгеҙ, туғандар», - тип яҙҙы республика етәксеһе.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.