Башҡортостанда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм 1-4 класс уҡыусылары өсөн йәш шайморатовсылар клубтары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов хәбәр итте.
Студия ҡунағы билдәләүенсә, хәҙер Башҡортостанда Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 185 махсус класс эшләй, унда дүрт меңдән ашыу бала шөғөлләнә, был һан йылдан-йыл арта.
«Йәй һәм ҡыш көндәрендә данлыҡлы генерал исемендәге күсмә кубокка шайморатов уйындары ойошторабыҙ. 2023 йылда тәүге тапҡыр биш көнлөк ике профилле смена эшләне, тәүҙә — бишенселәр, аҙаҡ 6-7 кластар өсөн. Балалар хәрби һәм тактик күнекмәләрҙе үҙләштерҙе, медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде. Киләһе йылда республикала «Патриот» паркы филиалдары асылғас, ошондай сменалар булдырырға әҙерләнәбеҙ», — тип һөйләне Илдус Ҡаһарманов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Тәүгеләре Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль мәктәптәрендә асылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.