Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2023, 12:48

Белореттан Ольга Плохова 103-сө тыуған көнөн билдәләне

видеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Башҡортостанда Ольга Плохова 103-сө тыуған көнөн билдәләне. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йөҙйәшәр инәй тураһында яҙып сыҡты.

Уның ире туйҙан ике ай үткәс фронтҡа алынған. Башҡаса уны бер ҡасан да күрмәгән. 1943 йылда медицина училищеһын тамамлағандан һуң Ольга Андреевна үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Санитар эшелонда шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән. 1945 йылда Берлинғаса барып еткән, 1946 йылда ғына өйөнә ҡайтҡан. Башҡаса тормошҡа сыҡмаған. Ғүмере буйына хәбәрһеҙ юғалған ирен көткән. Хаҡлы ялға тиклем йоғошло сирҙәр дауаханаһында эшләгән. Уның медициналағы дөйөм эш стажы – 40 йыл.

«Йөҙйәшәр инәйгә һаулыҡ, яҡындарының хәстәрлеген һәм иғтибарын тойоп йәшәүен теләйбеҙ! Уны киләһе Еңеү көнө, сираттағы тыуған көнө менән дә ҡотларбыҙ тип өмөтләнәм», - тип яҙған Андрей Иванюта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-25/dolgozhitelnitsa-iz-bashkirii-olga-plohova-otmetila-103-iy-den-rozhdeniya-3492047

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: