15:37 (UTC+5), 24 Октября 2023

Өфөлә этнотуризм буйынса өсөнсө халыҡ-ара форум асылды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында этнотуризм буйынса өсөнсө халыҡ-ара форум үҙ эшен башланы. Унда Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән, шулай уҡ Белоруссиянан һәм Абхазиянан туристик тармаҡ вәкилдәре ҡатнаша.

Этнотуризм, мәҙәни-тарихи туризм йүнәлеше, билдәле бер халыҡтың йәшәгән урынына барып, уларҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше, иҫтәлекле урындары, теле, фольклоры, традициялары, байрамдары, кейем-һалымы, аш-һыуы менән танышыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостанда ошондай урындар: Мәләүез районында «Иная» этнопаркы, «Торатау» солоҡ умарталығы, Иглин районында «Терра Инкогнита» этнопаркы.

«Бөгөн этнофорум башланыр алдынан ғына Ҡаҙағстан делегацияһы менән осраштым. Ҡаҙағстандағы коллегаларыбыҙҙы ла «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһына инергә саҡырабыҙ. Беҙгә белорустар, абхаздар һәм ҡаҙаҡтар килә башлар тип көтәбеҙ.

Был форумды өсөнсө тапҡыр ойошторабыҙ. Ул беҙҙең Туризм үҙәге етәксеһе Артур Мираҫ улы Иҙелбаевтың тәҡдиме менән башланып китте. Ләкин хәҙер бик ҡыҙыҡлы урынға әүерелә бара, бында һеҙҙең менән осрашып, туризм мөмкинлектәре тураһында фекер алышырға мөмкин. Әлбиттә, этнотуризмға баҫым яһайбыҙ, сөнки Башҡортостанда был тема бик популяр. Башҡортостан — төрлө халыҡтар йәшәгән үҙенсәлекле биләмә. Иң мөһиме — ошо халыҡтар үҙҙәренең мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлай. Шуға Башҡортостанда башҡорттарҙың ғына түгел, рустарҙың, татарҙарҙың, сыуаштарҙың, мариҙарҙың, удмурттарҙың, белорустарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша алаһығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республикала туристарҙы йәлеп итеү биләмәләре бар. Шүлгәнташ музейы, әле Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре янында Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу өҫтөндә эш бара.

Башҡортостанда этнотуризм үҫеше тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-24/v-ufe-nachal-rabotu-tretiy-mezhdunarodnyy-forum-po-etnoturizmu-3491126

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика