А.Доставалов исемендәге башҡорт ирекле батальонының рота командиры «Томан» «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, тип хәбәр итә Башҡорт батальоны телеграм-каналы. Яугиргә награданы алғы һыҙыҡта тапшырғандар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек хәрбиҙең улы тыуғайны. «Башинформ» Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың «Томан»ға Радий Хәбировтан исем сәғәт бүләк итеүе хаҡында ла хәбәр иткәйне. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында яугир Башҡортостан Башлығына Александр Доставалов исемендәге батальондың талсымын тапшырҙы.