Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2023, 15:04

Яҡташыбыҙ бер килограмлыҡ аҡ бәшмәк тапҡан

Бөрө районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Бөрө районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Бөрөлә Светлана Байназарова урманда иҫ киткес ҙур аҡ бәшмәккә юлыҡҡан, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Ханым балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Бәшмәкте ул Мишкә районының Сосновка ауылы янындағы урманда тапҡан.

«Бәшмәкселәр үҙҙәре йыйған урынды сер итеп һаҡлай, бәлки, ул шатлығынан ошо мәғлүмәт менән уртаҡлашҡандыр. Бәшмәкте үлсәгәндәр, ауырлығы - 940 грамм. Ғаилә уны тәмле итеп бешереп ашаған», - тип өҫтәнеләр хакимиәттең матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» республикала йәшәүселәрҙең баҫыуҙа динозавр йомортҡаһы ҙурлығындағы бәшмәктәр табыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-20/zhitelnitsa-bashkirii-nashla-kilogrammovyy-borovik-3486542

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас