

Баш ҡала район хакимиәттәренең беренсе урынбаҫарҙарына ете Lada Niva Travel автомобиле асҡыстары тапшырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә эштә Рәсәй автомобилдәрендә йөрөргә ҡушты.
«Беҙ 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Алда беҙҙе етди, көсөргәнешле эш көтә. Өфө — 700 квадрат километр, мең ярым километр оҙонлоҡтағы меңләгән урам, 5500 күп фатирлы йорт, парктар, скверҙар — ғөмүмән, төҙөкләндереү һәм йәшәү биләмәһе. Был автомобилдәр ҡала райондары хакимиәттәренең беренсе урынбаҫарҙары өсөн тыуған муниципалитет мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү сараһы булыр тип ышанам. Кабинетта ғына ултырмағыҙ, территорияға йышыраҡ сығығыҙ», - тип яҙҙы Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.