
Өфөлә 20 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөндә (1919-2005) әҙиптең һәйкәле янында тантаналы сара үтте.
Башта йыйылыусылар уның һәйкәленә сәскә һалды. Шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова былай тине:
«Бөгөн йәнә беҙҙең өсөн изге урынға — Киров һәм Мостай Кәрим урамдары киҫелешендә йыйылдыҡ. Атайым ошо урамды бик ярата ине, беҙ йыл да ошо урамға киләбеҙ. Бер нисә һүҙ әйтеп китергә теләйем. Мин Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сараларҙан ҡайттым. Ул атайым менән бик дуҫ ине. Икеһен дә уҡыйҙар, икеһе лә популяр, икеһен дә беләләр һәм онотмайҙар. Сөнки улар үҙ ижадында бер ҡасан да алдашманы. Үҙ халҡының улдары, илһөйәр, Рәсәй патриоттары булдылар».
Митингта Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та сығыш яһаны:
«Рәсүл Ғамзатов тураһында һүҙ башлағас, әйтеп үтәйем. Бөгөн мин Дағстан башлығынан хат алдым, унда беҙгә бөйөк шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштергән өсөн рәхмәт белдерәләр. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсүл Ғамзатов урамы барлыҡҡа килде. Хәҙер Махачкалала Мостай Кәрим урамы булырға тейештер тигән фекерҙәмен. Беҙ һәр яҡлап шағирҙан өлгө алабыҙ. Уның тормош юлы тыуған илгә хеҙмәт итеү, үҙ ватанына, ҡалаһына һөйөү өлгөһө булып тора. Ул әлеге көндә Өфөлә барған үҙгәрештәргә ныҡ шатланыр ине тип уйлайым».
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең сығышын өлкән ҡәләмдәшенә бағышланы. Артабан Өфө мәктәптәре уҡыусылары һәм М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары шиғри композиция башҡарҙы, аҙаҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының филология факультеты студенттарына Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттары тапшырылды.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөндә республиканың һәм баш ҡаланың барлыҡ театрҙарында Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелә. Бөгөн Башопераның бәләкәй залында «Яҡын офоҡ» спектакле ҡуйылһа, Башҡорт драма театры «Ҡыҙ урлау»комедияһын күрһәтә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.