

18 октябрҙә Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Илдең 85 еңеүсе ғаиләһе араһында Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылынан Әхмәровтар ҙа бар, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы — Рощинский ауылының Мәҙәниәт һарайы мөдире, Анна Сергеевна — Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы.Һоҡланғыс, уңған һәм ижади ғаилә «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы.
Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә, уның абруйы йылдан-йыл арта. Республика этабынан федераль этапҡа 384 ғаилә сыҡты, 85-е биш номинацияла еңеүсе булды.
- Башҡортостан һәм үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ районы исеменән сығыш яһауыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, ғорурланабыҙ! — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Анна Әхмәрова. — Бында беҙ бик күп яңы таныштар таптыҡ, еңеү яулаған 80 ғаиләнең һәр береһе үҙенсәлекле!
Ата-әсә һәм ике бәлиғ булмаған ике бала өсөн барып-ҡайтыу хаҡын конкурсты ойоштороусылар түләһә, ике өлкән ҡыҙға юл, йәшәү һәм туҡланыу сығымын тулыһынса Стәрлетамаҡ районы хакимиәте ҡапланы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.