Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус.
Йома, 20 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә иһә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2, көндөҙ +4, +9 градус.
Шәмбе, 21 октябрҙә, Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көнсығыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус, көндөҙ +2, +7.