15:48 (UTC+5), 18 Октября 2023

2025 йылға тиклем республикала 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыналар

Фото: Олег Яровиков
Иван Вавилов

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында 2023-2025 йылдарҙа бөтәһе 18,8 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыныуҙарын хәбәр итте.

Ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә киләһе йылда алты мәктәп һалыу планлаштырыла. Өсәүһе — Өфөлә, башҡалары Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Шмидт ауылында. Бынан тыш, 2025 йылға баш ҡаланың Кузнецов затонында республиканың иң ҙур мәктәбе — 2200 урынға иҫәпләнгән белем усағы төҙөлә.

2023 йылдың аҙағына «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендәге мәктәпте файҙаланыуға тапшырабыҙ, тине Владислав Сидоркин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән яҙҙа Өфөнөң «Инорс» биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп асылғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-18/do-2025-goda-v-bashkirii-planiruyut-postroit-17-novyh-shkol-3482734

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика