

Башҡортостанда көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм 6 ноябргә тиклем дауам итә. Уҡыусылар 7 ноябрҙә генә уҡырға бара, сөнки 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Быйыл ул шәмбегә тура килә, шуға күрә ял дүшәмбегә, йәғни 6 ноябргә күсерелә. Шулай итеп, уҡыу йылының икенсе сиреге бер көнгә һуңыраҡ башлана. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте. Ведомство етәксеһе уҡыусыларға хәүефһеҙлек саралары һәм ҡағиҙәләре хаҡында ла иҫкә төшөрҙө.
«Көндәр һыуытыу менән юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә, һыу ятҡылыҡтары йоҡа боҙ менән ҡаплана - һаҡ булығыҙ, һыуға яҡын килмәгеҙ! Йәйәүлеләр үткәүеленән сығыр алдынан велосипедтан йәки самокаттан төшөгөҙ, смартфонға ҡарамағыҙ, наушникты сисегеҙ. Юл аша тейешле урында, светофорҙың йәшел утына, машина юҡлығына ышанғас ҡына сығырға кәрәк. Иғтибарлы булыу мөһим! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип яҙған ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.