Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында иҫкәртә. Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе фаразлана.
Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,+5°, көндөҙ +3,+8°. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге һәйбәт.
Бынан алдараҡ Башинформ бөгөн көндөҙ 16 градусҡаса йылы буласағы хаҡында хәбәр иткәйне.