Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2023, 11:03

Республикала «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәре хаҡында хәбәр ит» акцияһының сираттағы этабы башланды

Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәре тураһында хәбәр ит» тигән иҫкәртеү акцияһының икенсе этабы башланды. Ул 27 октябргә тиклем бара. Республика халҡынан наркотиктар әҙерләү, ҡулланыу, һаҡлау һәм һатыу осраҡтары, притондарҙың урындары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Мәғлүмәтте Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына ҡалдырырға мөмкин: +7 (347) 279-32-92.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарына был хаҡта  02.мвд. рф сайты аша  «Нет наркотикам» ҡушымтаһында, шулай уҡ +7 (347) 279-39-02 Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә шылтыратып еткерергә була. Телефон: +7 (347) 279-39-02.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-16/v-bashkirii-startoval-ocherednoy-etap-aktsii-soobschi-gde-torguyut-smertyu-3480559

 

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас