08:35 (UTC+5), 17 Октября 2023

Өфө мэры коммуналь хеҙмәт эшселәренең эш хаҡын индексацияларға ҡушты

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Ратмир Мәүлиев ҡаланың коммуналь предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ҡушты. Баш ҡала мэры уңайлы эш шарттары, ял итеү һәм туҡланыу өсөн махсус урын булдырыу, шулай уҡ эш хаҡын арттырыу кәрәклеген билдәләне.

«Хеҙмәт хаҡын йыл һайын индексациялау мөһим. Беҙ был турала һөйләшеп алдыҡ, хәҙерге көндә механизатор-водителдәр араһында конкуренция бик юғары. Был барлыҡ ҡалаларҙың проблемаһы. Шуға күрә эш хаҡын арттырыу зарур», - тине Ратмир Мәүлиев.

Хакимиәттең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса ойошмаларҙа 798 водитель-механизатор, 907 эшсе эшләй. Ә 872 вакансия буш. Өфөгә 361 водитель-механизатор һәм 511 эшсе кәрәк. Штат 70% комплектланған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-17/mer-ufy-poruchil-proindeksirovat-zarplaty-rabotnikam-kommunalnyh-sluzhb-3481403

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика