

Грант ярҙамы алған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар эшмәкәрлектең планлы күрһәткестәренә өлгәшмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат ителә. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү эше дауам итә, тип билдәләне ул. Уның һүҙҙәренсә, республикала 37 ярҙам сараһы ҡаралған, быйыл исемлек тағы бер нисә сара менән тулыландырылған.
«Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ауыл ерендә йәшәгән ғаилә ағзаларына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр планлаштырыла. Бынан тыш, хәрбиҙәрҙең балалары физкультура-спорт ойошмаларына тәү сиратта ҡабул ителергә тейеш, шулай уҡ балаларҙы йәшәгән урынға яҡын баҡсаға күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирелә. Әлеге ваҡытта 351 баланы күсергәндәр. Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары мәҙәниәт учреждениеларына ташлама менән инергә мөмкин», — тине Лира Иғтисамова.
Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй Федерацияһы орден-миҙалдары менән бүләкләнгән яугирҙәргә бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреү тураһында закон проекты әҙерләнгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.