Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2023, 10:22

Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы килә

Был аҙнала Башҡортостанда 15 градусҡа тиклем йылыта, ямғыр яумай.

Бөгөн, 15 октябрҙә, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +9, +14 градус була.

16 һәм 17 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус.

Йылы көндәр оҙаҡҡа һыҙылмай. Аҙна һуңында уҡ республикала температура көндөҙ 5-8 градусҡаса түбәнәйә, яуым-төшөм ихтималлығы арта.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йылы октябрь көтөлөүен хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-15/v-bashkiriyu-idet-babie-leto-3479201

Читайте нас: