06:50 (UTC+5), 12 Октября 2023

Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу хоҡуғына эйә

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Октябрь аҙағында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары сираттағы ултырышта «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында» законға үҙгәрештәрҙе тикшерә. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проектында өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыусылар категорияһына хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын индерергә тәҡдим ителә. Закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм хәрби бурысын үтәгәндә яраланып, инвалид булып ҡалған яугирҙәрҙе комплекслы социаль яҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» һәм «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнеүселәргә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ПВО объекттарында, оборона ҡоролмаларын төҙөүҙә эшләүселәргә өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, октябрҙә йәнә бер закон проектын ҡарау планлаштырала, уға ярашлы, республикала йәшәүселәр бушлай нотариус хеҙмәттәрен алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-10-12/v-bashkirii-invalidy-boevyh-deystviy-smogut-besplatno-poluchat-sotsialnye-uslugi-na-domu-3475310

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика