

Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, шәйех-әл-ислам Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин 75 йәшен билдәләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә дин әһеленә юбилейы айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
«Тәлғәт хәҙрәт — беҙҙең, тотош Рәсәй һәм сит илдәр өсөн рухи лидер, аҡыллы остаз, ысын илһөйәр һәм абруйлы шәхес. Ярты быуатҡа яҡын Юғары мөфтөй илдең мосолман өммәтен берләштереүгә, дин-ара һәм дәүләт-конфессия хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә», — тип билдәләне республика Башлығы.
Башҡортостан — Рәсәйҙәге исламдың танылған тарихи һәм заманса үҙәге, тине Радий Хәбиров. Тәлғәт Тажетдин етәкселегендәге Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты 22 төбәк диниә назаратын һәм ике меңдән ашыу мосолман ойошмаһын берләштерә. Ислам традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итә, йәштәргә әхлаҡи йүнәлеш бирә, ғаилә ҡиммәттәрен нығыта, илһөйәрлек тәрбиәләй. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тырышлығы менән бик күп төбәктәрҙә йөҙҙәрсә мәсет төҙөлдө. Өфөлә Рәсәй ислам университеты булдырылды, былтыр Тәлғәт Тажетдин менән бергә уның яңы заманса корпустарын асыу тантанаһы уҙҙы.
«Хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәт, ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайым! - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы. - Барыбыҙ ҙа һеҙҙе кешелекле, тыныслыҡ урынлаштырыусы, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә кеше, шәп оратор, ислам диненә өндәүсе тип беләбеҙ. Рәхмәт һеҙгә. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!»


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.