05:27 (UTC+5), 11 Октября 2023

Мәләүез районының Һарыш ауылында яңы ФАП сафҡа индерелде

Альмира Давлетбаева

Мәләүез районында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү дауам итә. Һарыш ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы ярҙамында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә «Октябрь юлы» гәзите.

Заманса, уңайлы, көтөп алдыҡ – тап шулай ти Һарыш ауылында йәшәүселәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты тураһында. Модулле ФАП ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән һәм заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған. Унда пациенттарҙың көтөү урыны, ҡарау, процедура кабинеттары, санузел бар, заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында юғары квалификациялы фельдшер Рәмзилә Ғабдуллина эшләй, уның ошо ауылда хеҙмәт стажы – 32 йылдан ашыу.

Әйткәндәй, Һарыш, Сухаревка һәм Антоновка ауылдары фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн осраҡлы һайланмаған, сөнки әлеге ауылдар район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан. Мәләүез районында яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарының барлыҡҡа килеүе мөһим әһәмиәткә эйә, хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла сифатлы медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү мөмкинлеге бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-10/v-derevne-saryshevo-meleuzovskogo-rayona-otkrylsya-novyy-fap-3473963

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика