11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында уҡыусыларҙы «шайморатовсылар» сафына бағышлау тантанаһы үтте. Тантана алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания Рәсәй Геройы, легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл былтыр 11 октябрҙә асылғайны.
«Хөрмәтле абруйлы ҡунаҡтар, йәш «шайморатовсылар»!
Миңлеғәле Шайморатов – беҙҙең халыҡтың геройы. Шәп полководец, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Белеүегеҙсә, данлы дивизия Ҡыҙыл Армияның ҡоро ер ғәскәрҙәре араһында иң күп Советтар Союзы Геройы биргән.
Теүәл бер йыл элек беҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл астыҡ, генералыбыҙ йөҙөндә Ватаныбыҙ өсөн башын һалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу урынын булдырҙыҡ.
Төп майҙан республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн мөһим урынға әүерелде. Мин хатта изге тип әйтер инем. Һәйкәл янында почетлы ҡарауыл тора. Ирекле батальондар ҙа ошо урындан махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыға.
Улар беҙҙең геройҙарҙың исемен йөрөтә. Бөгөн улар тыныс тормош, илебеҙ һәм республикабыҙ киләсәге өсөн дошман менән көрәшә. Яугирҙәр туғандары һәм яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтыр тип ышанабыҙ.
Төҙөүселәр, табиптар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә тыныс тормошто тиҙерәк көйләүҙә ярҙам күрһәтә.
Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөн «шайморатовсы кластарында» уҡыған малай-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иткем килә. Һеҙгә легендар комдивтың исемен йөрөткән мәктәп коллективының бер өлөшө булыу бәхете тейҙе.
Миңлеғәле Шайморатов та, һеҙҙең кеүек үк, ябай ғына егет булған, ләкин үҙенең тырышлығы менән ҡуйған маҡсатына – Тыуған иленең тоғро патриоты, батыр һаҡсыһы булырға ынтылған.
Алты телдә иркен аралашҡан. Тәжрибәле хәрби етәксе һәм дипломат.
Һеҙ ҙә яҡшы уҡырға, юғары маҡсаттарға өлгәшергә тейешһегеҙ. Рәсәй патриоты, тарихты, мәҙәниәтте, данлы традицияларҙы яҡлаусы булыу теләге тормошоғоҙҙоң төп принцибына әүерелһен ине.
Тыуған республикабыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары, ата-бабаларыбыҙҙың әхлаҡи традициялары, генерал Шайморатов даны вариҫтары булығыҙ!
Һеҙҙе ошондай мөһим көн менән ҡотлайым, ҡәҙерле балалар», - тине Радий Хәбиров.
Совет майҙанында бөтәһе 900-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ теҙелеп баҫып, ант бирҙе һәм тантаналы марш менән үтте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.