Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2023, 15:40

«Өфө муйынсағы»ның тағы бер участкаһында яҡтыртҡыстар ҡуйылды

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото:Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Өфө муйынсағы» һуҡмағының яңы участкаһында яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер кискеһен дә «Аҡбуҙат» ипподромынан алып «Трамплин»ға тиклем йәйәүләп йөрөп килергә мөмкин. Унда иҫке электр бағаналары яңыларына алмаштырылған һәм 2 саҡрымға яҡын кабель һуҙылған. Бөтәһе 78 таяу алмаштырылған. Һуҡмаҡҡа асфальт түшәлгән.

Билдәләнеүенсә, «Өфө муйынсағы» участкаһы матур тәбиғәте, ылыҫлы ағастары менән ҡала халҡын үҙенә йәлеп итергә тейеш. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-11/na-esche-odnom-uchastke-ufimskogo-ozherelya-poyavilos-ulichnoe-osveschenie-3474446

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: