Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2023, 12:37

Башҡортостан Башлығы һәм Абхазия Президенты Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Бөгөн, 11 октябрҙә, Республика көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды. Уның авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле өҫтөндә эшләгән скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм бейеклеге – 6 метр тирәһе. Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Бабич һул ҡулына шиғырҙар йыйынтығын тотоп тора, ә уң ҡулын өҫкә күтәреп, халҡына мөрәжәғәт итә.

Шәйехзада Бабич (1895-1919) — башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорттарҙың милли азатлыҡ көрәшендә ҡатнашыусы, Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе (1917-1919). Ш.Бабичтың үҙе иҫән сағында «Зәңгәр йырҙар. Йәш Башҡортостан» тигән китабы 1918 йылда Ырымбурҙа нәшер ителгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-11/glava-bashkirii-i-prezident-abhazii-vozlozhili-tsvety-k-pamyatniku-shayhzade-babichu-3474433

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас