Республика көнөндә поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләй, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«11 октябрҙә медицина учреждениелары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырыу сәғәт 4-кә ҡәҙәр ҡабул ителә», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
Иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем поликлиникаларҙа, шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл амбулаторияларында, участка дауаханаларында медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы гриптан прививка яһатырға мөмкин.
«Башфармация» дарыуханалары иртәгә шәмбе графигы буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.