Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2023, 17:28

Башҡортостан Башлығы төрлө һөнәр эйәләрен Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне

Бөгөн, 9 октябрҙә, Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә: ғалимдарға, табиптарға, уйлап табыусыларға, энергетиктарға, төҙөүселәргә, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, уҡытыусыларға, юристарға, эшҡыуарҙарға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә Башҡортостан уңышлы үҫешә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта. Алға ҙур ышаныс менән ҡарай. Сәнәғәтселәрҙең һәм аграрийҙарҙың юғары һөҙөмтәләренә ҡыуанабыҙ. Халыҡҡа тиҫтә йылдар хеҙмәт итәсәк күләмле инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Торлаҡ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Халыҡ етеш йәшәһен, балалар үҫтерһен, киләсәккә өмөт менән ҡараһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Республикабыҙ ҡаҙаныштары нигеҙендә – һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тәжрибәгеҙ, һәләтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ. Һәр берегеҙ – республиканың ғорурлығы. Беҙҙең йәш алмаш һеҙгә тиңләшә», –  тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы үҙенең сығышында бөгөн дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәр тураһында һөйләне.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан авторҙар коллективы «Башҡорт теленең машина фонды» мәғлүмәт системаһы» эше өсөн республиканың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Улар – Зиннур Сиражетдинов, Лилиә Боҫҡонбаева, Анита Ишмөхәмәтова, Гөлгөнә Шәмсетдинова. Авторҙар башҡорт әҙәби теле һәм уның диалекттары буйынса ғәйәт ҙур материал туплаған. Ошондай бай тел материалын һанлаштырыу һәр кемгә донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөнән башҡорт теле менән танышыу мөмкинлеге бирә.

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия ауырыуҙары кафедраһы профессоры Радик Фаязов Пирогов ордены менән бүләкләнде. Талантлы хирург, уҡытыусы – хәрби-ялан шарттарында тәүге медицина һәм хирургия ярҙамы күрһәтеү буйынса ординаторҙар әҙерләү программаһы авторы. Медицина бригадаһы составында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына хирургия ярҙамы күрһәткән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренеры Юрий Зубков «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уның уҡыусылары араһында – абруйлы ярышта еңеүселәр һәм призерҙар. Мәҫәлән, атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡыр Паралимпия уйындары еңеүсеһе һәм призёры, ике тапҡыр Сурдлимпия уйындары чемпионы Раушания Шәһәрова.

Билдәле яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Иҙелбаева тиҫтәләгән китап сығарған, уларҙың бер өлөшө Мәскәүҙә, Татарстанда һәм хатта илдән ситтә донъя күргән. Уның әҫәрҙәре донъяның 25 теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына 500-ҙән ашыу лирик, балалар өсөн йырҙар яҙылған.

«Һәр берегеҙ тураһында бихисап йылы һәм ихлас һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Һеҙҙе лайыҡлы наградаларығыҙ менән ҡотлайым. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек һәм яңы уңыштар теләйем», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-09/glava-bashkirii-vruchil-gosnagrady-rossii-i-respubliki-predstavitelyam-samyh-raznyh-professiy-3471326

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас