08:12 (UTC+5), 09 Октябрь 2023

Азат Бадранов генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов хеҙмәт һәм хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Миҙалды бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы, тип хәбәр итә «Башинформ».

— Азат Шамил улына 1-се һанлы миҙал тапшырыла, мин быны махсус рәүештә уның өсөн һаҡланым, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Бер йыл самаһы элек үҙ теләге менән Шайморатов исемендәге батальонға яҙылды. Ул бик яуаплы бурыстар башҡара, мобилизацияланған егеттәребеҙ, батальондарыбыҙ менән бәйләнештә тора.

Азат Бадранов республика Башлығына рәхмәт әйтте:

- Радий Фәрит улы, награда, эшемде, хеҙмәтемде юғары баһалауығыҙ өсөн рәхмәт. Йыл дауамында һеҙҙең менән бәйләнештә булдыҡ, һәр саҡ ярҙам барлығын тойҙоҡ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иттек. Беҙҙең хәрбиҙәр, доброволецтар бик күп. Егеттәр республикаға күрһәткән ярҙам өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе һораны.

Азат Бадранов республика етәксеһенә махсус хәрби операция зонаһынан алып ҡайтҡан сувенир — Донбастың бар әрнеүен сағылдырған «Һуғыштан тыныслыҡҡа» скульптураһын тапшырҙы. Ундағы бөтә элементтар ысын, автомат трофейға алынған. Авторы — Донецк оҫтаһы Виктор Михалев. Тиҙҙән Өфөлә уның күргәҙмәһе ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-10-09/azat-badranov-nagrazhden-medalyu-generala-shaymuratova-pod-nomerom-1-3471379

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика