14:25 (UTC+5), 06 Октября 2023

Яҡташ йырсыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән

Фото: видеонан скриншот
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан йырсыһы Марсель Фәрхетдинов Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Хәҙер ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы сафында бурысын үтәй. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында хәбәр ителә.

Яңыраҡ Марсель полкташтары алдында сығыш яһаған. Яугир үҙенең быйыл июль айында яҙҙырған «Әйләнеп ҡайта алһам» йырын башҡарған. Композиция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған.

«Йыр әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла йөрөгән һәм арабыҙҙан киткән яугирҙәргә бағышлана»,  — тип һөйләгәйне  Марсель Фәрхетдинов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына.

Әйткәндәй, Марсель Фәрхетдинов Ҡариҙел районында тыуып үҫкән, бик күп республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-10-06/pevets-iz-bashkirii-podpisal-kontrakt-s-minoborony-dlya-uchastiya-v-zone-svo-3468949

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика