

Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөлөшө тамамланып килә. Үҙенсәлекле һаулыҡ һаҡлау объекты быйыл декабрҙә сафҡа индерелергә тейеш.
«Был беҙҙең ҡәҙерле балаларыбыҙ өсөн йәшәү өсөн мөһим объект», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе үҙәкте мөмкин тиклем тиҙерәк файҙаланыуға тапшырырға ҡушты, шуға төҙөлөш эштәрен тиҙләтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев һүҙҙәренсә, үҙәк 2024 йылда сафҡа индерелергә тейеш ине, ләкин төҙөүселәр объекттың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һәм республика етәксеһенең йөкләмәһен иҫәпкә алып, уны ваҡытынан алдараҡ тамамлау маҡсатын ҡуйҙы.
Яңы үҙәк күп параметрҙар буйынса үҙенсәлекле.
«Әлегә беҙҙә медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү буйынса бындай учреждение юҡ ине, - тип белдерҙе Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. - Быға тиклем балаларыбыҙ Мәскәүгә дауаланырға барырға мәжбүр булһа, үҙәкте файҙаланыуға тапшырғас, был проблеманы хәл итербеҙ. Бөгөнгә республикала ҡан сирҙәренән, ҡан яман шешенән яфаланған балаларҙы дауалау өсөн 45 койка-урын бар. Әммә был ғына етмәй. Беҙ йылына 350-гә яҡын пациентты тейешле дауа алһын өсөн федераль клиникаларға ебәрәбеҙ».
Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, яңы Онкология һәм гематология үҙәге медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса стандарттарына тап килә. Корпуста 92 урынлыҡ койка фонды булдырыла. Үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу кескәй пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе арттырырға мөмкинлек бирә.
Үҙәк «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алып барыла, яҡынса хаҡы - дүрт миллиард һум.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.