Башҡортостанда тағы 30 ауылда юғары тиҙлекле мобиль интернет барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Һүҙ 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдар хаҡында бара. Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин мәғлүмәттәре буйынса, 10 меңдән ашыу абонент сифатлы интернет менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостандың 14 районындағы бәләкәй ауылдарҙа интернеттың тиҙлеге артҡан, улар араһында — Ҡорғат, Йәнәхмәт, Күгәрсен-Бүләк, Баҙғыя, Саҡты, Вязовка, Ключи, Яңы Борма, Ермолкино, Әлебай һәм башҡалар.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәйҙә социаль әһәмиәтле онлайн-ресурстарға бушлай инеүҙе оҙайтыуҙары тураһында яҙғайны.