11:03 (UTC+5), 06 Октябрь 2023

Башҡортостандан «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар тәүге алтын миҙалдар яуланы

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Элина Әхмәтова

Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университеты майҙансығында XXV «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе бара. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ ҡатнашыусылары традицион тармаҡ конкурстарында тәүге наградаларға лайыҡ булды.

Башҡортостан фермерҙары Рауил Ғәфүров һәм Булат Фархшатов алтын миҙалдар менән бүләкләнде. Улар үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукттары етештереүҙә, шулай уҡ үҙенсәлекле «Агростартап» проектын тормошҡа ашырыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн билдәләнде.

Шулай уҡ республиканың Фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперацияларына ярҙам итеү өлкәһендә компетенциялар үҙәге (Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге) алтын миҙал алды.

«Алтын көҙ» агрокүргәҙмәһе — Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексында төп ваҡиға. Бында тармаҡтың үҫемлекселек һәм малсылыҡ, техник һәм фәнни үҫеш өлкәһендәге төп ҡаҙаныштары тәҡдим ителә. Быйылғы күргәҙмә 25-се тапҡыр ойошторола. Уның дөйөм майҙаны — 12 мең квадрат метр, экспозициялар академияның уҡыу корпустарында һәм асыҡ майҙансыҡтарында урынлаштырылған. Йөҙгә яҡын экспонент — төбәктәр һәм агросәнәғәт комплексы ойошмалары ҡатнаша. Күргәҙмә 7 октябргә тиклем эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-05/uchastniki-vystavki-zolotaya-osen-iz-bashkirii-poluchili-pervye-zolotye-medali-3467340

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика