11:29 (UTC+5), 05 Октябрь 2023

Республика табиптары 3 миллион һум аҡса алырға мөмкин

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Башҡортостанда 3 миллион һум аҡса түләнгән табип вакансиялары исемлеге раҫланды. Бойороҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған.

Документҡа ярашлы, быйыл түләүгә Архангел, Иҫке Балтас, Яңы Балаҡатай, Урғалы, Ҡарлыхан, Бишбүләк, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Борай, Иҫке Собханғол, Үрге Тәтешле, Йәрмәкәй, Спартак, Йылайыр, Юлдыбай, Кананикольский ауылдарындағы поликлиникаларҙа эшләгән табиптар иҫәп тота ала. Исемлектә бөтәһе 51 вакансия бар.

Һүҙ 2021 йылдан Башҡортостандың 25  меңдән аҙыраҡ пациент теркәлгән дәүләт медицина учреждениеларына эшкә урынлашҡан йәш табиптарға, терапевтарға, педиатрҙарға һәм дөйөм практика табиптарына түләүҙәр хаҡында бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сумма 3 миллион һум тәшкил итә. Өс йыл дауамында берәр миллион һумлап  аҡса бирелә. Бының өсөн табип медицина учреждениеһында кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш.

Башҡортостанда табиптарҙы ауыл дауаханаларына һәм поликлиникаларына йәлеп итеү өсөн тағы ниндәй саралар күрелеүе тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-05/vrachi-iz-bashkirii-mogut-poluchit-3-mln-rubley-3467089

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика