Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2023, 15:58

Радий Хәбиров Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын дәүләт наградалары менән бүләкләне

Олег Яровиков, Валерий Шахов
Фото: Олег Яровиков, Валерий Шахов

Бөгөн, 5 октябрҙә, Уҡытыусылар көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын дәүләт наградалары менән бүләкләне, шулай уҡ ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн гранттар конкурсы еңеүселәренә тәүге 30 сертификат тапшырҙы.

«Хөрмәтле уҡытыусылар, ошо һөнәри байрамығыҙҙа изге хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда беҙгә белем донъяһына юл асҡан, фекерләргә, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәткән уҡытыусылар, остаздар булды. Ғүмер буйына беҙ уларҙың исемдәрен онотмайбыҙ. Ил президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйыл Рәсәйҙә уҡытыусылар һәм остаздар йылы тип иғлан ителде. Республикабыҙҙа тәрбиәсе, уҡытыусы, ғалим һөнәренең абруйын күтәреү, педагогик хеҙмәт оҫталарына ярҙам итеү өсөн күп эштәр башҡарҙыҡ. «Йыл педагогы» республика конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына премиялар, иң яҡшы колледждар, уҡытыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары, балалар баҡсаларының йәш тәрбиәселәре өсөн гранттар», - тине Радий Хәбиров тантаналы сарала.

Бөгөн бында республиканың юғары уңыштарға өлгәшкән тәжрибәле уҡытыусылары, йәш педагогтар, мәктәпкәсә һәм урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр йыйылған, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.

Радий Хәбиров байтаҡ йылдар республика мәнфәғәте өсөн эшләгән бер нисә уҡытыусының исемен әйтеп үтте. Уларҙың береһе –  Дәүләкән районының 5-се гимназияһы уҡытыусыһы Рима Зөфәр ҡыҙы Латипова. Ул 50 йылға яҡын география фәненән уҡыта. Күп кенә уҡыусылары Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында призлы урындар яулай.

Марина Фәрүәз ҡыҙы Бондарь –  Өфө ҡалаһының 44-се балалар баҡсаһы мөдире, 35 йыл мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләй, тәжрибәле етәксе.

«Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙең иңегеҙҙә ҙур хеҙмәт һәм яуаплылыҡ ята. Йылдар үтер, ә хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе, бөгөнгө кеүек, республикаға һәм илгә файҙа килтереүен дауам итер. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр башланғысығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын! Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, һаулыҡ, бәхет теләйем», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-05/radiy-habirov-nagradil-luchshih-pedagogov-bashkirii-gosudarstvennymi-nagradami-3466630

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас