09:19 (UTC+5), 04 Октября 2023

Ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Башҡортостан һалдатының туғандарын эҙләй

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Мәскәүҙең «Йондоҙ» эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре Карелияның Суоярви районында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 1919 йылғы Акимов Дмитрий Ивановичтың һөйәктәрен тапҡан. Ул 1944 йылдың 27 июлендә һәләк булған.

Эҙәрмәндәр асыҡлауынса, һалдат Белорет ҡалаһының хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 3 июнендә Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Ә бына уның туғандары тураһында мәғлүмәт тапмағандар. Шуға күрә яҡындарын табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәндәр, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

«Һуғышта һәләк булған яҡташыбыҙҙың һөйәктәрен алып ҡайтыу һәм һалдаттың хәтерен мәңгеләштереү өсөн Дмитрий Ивановичтың туғандары, яҡындарын эҙләйбеҙ», - тип яҙҙы ул.

Белорет һәм Межгорье ҡалаларының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Белорет, Б. Хмельницкий урамы, 3а. Телефон: 8(34792)32219, 8(34792)34102.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-04/volontery-ischut-rodstvennikov-pogibshego-na-velikoy-otechestvennoy-voyne-soldata-iz-bashkirii-3464828

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика