17:00 (UTC+5), 02 Октябрь 2023

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы адреслы программа башлана

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Башҡортостанда 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү буйынса яңы программа башлана. Авария хәлендәге күп фатирлы йорттар реестры төҙөлгән, уға дөйөм майҙаны 230 мең квадрат метрлыҡ 580 бина индерелгән. 15 меңгә яҡын кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла, тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин оператив кәңәшмә ваҡытында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» яҙғанса, әле республикала 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр авариялы тип танылған йорттарҙан күсереү программаһының дүртенсе этабы ғәмәлгә ашырыла. Хәҙерге ваҡытта Яңауылда йәшәүселәр генә яңы фатирҙар көтә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-02/v-bashkirii-zapustyat-novuyu-adresnuyu-programmu-po-pereseleniyu-iz-avariynogo-zhilya-3462022

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика