Башҡортостанда алдағы көндәрҙең ямғырлы булыуы көтөлә. Башгидромет синоптиктары фаразынса, бөгөн, 2 октябрҙә, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20 градус була.
3 һәм 4 октябрҙә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙ шулай уҡ бер аҙ яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә +5, +10, көндөҙ +15, +20 градус.