Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2023, 13:17

Ҡаҙағстанда Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асыла

Ҡаҙағстанда быйыл Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асыла, тип хәбәр итте хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Уның һүҙҙәренсә, тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Бынан тыш, ноябрь башында Башҡортостан делегацияһы Кустанайға Рәсәй һәм Ҡаҙағстан президенттары ҡатнашлығындағы төбәк хеҙмәттәшлеге форумына бара.

«Пленар ултырышта доклад менән сығыш яһарға йыйынабыҙ», — тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанға Ҡаҙағстан премьер-министры Алихан Смаиловтың килеүе көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-02/v-kazahstane-otkroetsya-ofitsialnoe-predstavitelstvo-bashkirii-3461946

Автор:Иван Вавилов
Читайте нас: