Өфөнөң реконструкцияланған Аксаков баҡсаһы тантаналы рәүештә 11 октябрҙә, Республика көнөндә, асыла.
Эргә-тирәләге биләмәләрҙе төҙөкләндереү, скейт-парк, амфитеатр сәхнәһен, сауҙа киоскыларын, асыҡ китапхананы, инженер коммуникацияларын монтажлау эштәре тулыһынса тамамланған. Дөйөм әҙерлек — 95%, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Пушкин урамы яғынан тарихи инеү урынын реставрацияларға кәрәк. «Ал сәскә» арт-объекты һәм «Бала саҡ» скульптураһы урынлаштырыла.
Яңы күпер урамы яғынан яңы инеү урынын биҙәкләү буйынса эш алып барыла.