

Стәрлетамаҡтан 102 йәшлек Николай Михайлович Ефимов Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнашҡан. Уның тормош тарихы күптәргә өлгө булырлыҡ. Һуғыш бөткәс, Николай Михайлович уҡытыусы булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләл ефете яҡты донъяны иртә ташлап киткән, әммә улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән, тип хәбәр итә «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы.
«Беҙ уның нисә ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе бар икәнен ҡайҙалыр яҙып ҡуйғайныҡ, хәҙер аныҡ ҡына итеп әйтә алмайым. Әле бер тыуасары үҫеп килә», - тип һөйләй ветерандың ҡыҙы Ольга Николаевна.
Николай Ефимов күпте күргән: яраланыуҙар, юғалтыуҙар, еңеүҙәр. Минең хыялым - тыныслыҡ, ти ул. Ошо хыялды бойомға ашырыу өсөн күп эшләргә кәрәклеген үҙ миҫалынан белә. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй яугирҙәренә көс, уңыштар теләй, еңеүҙең, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек, беҙҙең яҡта булырына ныҡлы ышана.
Бынан алдараҡ «Башинформ» ни өсөн Башҡортостан ир-егеттәренең контракт хеҙмәтен һайлауы хаҡында яҙып сыҡҡайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.