29 сентябрҙә Өфө конгресс-холында оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең гала-концерты була. Йыл һайын сағыу фестивалдә тотош республиканан 55 йәштән өлкәнерәк 2500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнаша.
Быйыл «Мин яратам һине, тормош!» фестивале Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арнала. Финал концертында 300-гә яҡын ҡатнашыусы (үҙешмәкәр артистар һәм ижади коллективтарҙың вәкилдәре) сығыш яһай.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерт башланғансы холда өлкән быуын өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектының консультация майҙансыҡтары эшләй.
Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) республика йәмәғәт ойошмаһы, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы.