
27 сентябрҙә, Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөндә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсы һәм уның барышында уҙғарылған «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте.
Конкурс 2023 йылдың февраль-март айҙарында ойошторолдо, Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларынан 91 педагог үҙ оҫталығын күрһәтте, уларҙың 30-ы туған тел уҡытылған төркөмдәрҙә эшләй.
«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында Өфө районы Жуков ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Арина Баҡыева еңеү яуланы. Сентябрҙә Арина Баҡыева Волгоград өлкәһендә үткән «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» XIII Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтте.
«Туған тел уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, Өфөнөң 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһында «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсында ҡатнашты. Педагог конкурстың барлыҡ һынауҙарын уңышлы үтеп, лауреат исемен, шулай уҡ «Иң яҡшы дәрес өсөн халыҡ тауыш биреүе» һәм «Иң яҡшы медиавизитка» номинацияларында еңеү яуланы.
Башҡортостан Башлығының республика һөнәри конкурсы лауреаттары исеменә лайыҡ тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға тәүге дипломдарҙы республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тапшырҙы. Ул лауреаттарға артабанғы эштәрендә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.