
Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы һәм актриса, «Мисс Донъя -2002» исемен яулаған Оксана Фёдорова Өфөгә килә. Балалар өсөн легендар «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» тапшырыуынан «Оксана апай» 14-17 сентябрҙә Өфөлә «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивалендә күңел асыу программаһын алып бара.
Уның менән бергә Хрюша, Каркуша, Филя һәм Степашка ла ҡатнаша.
Оксана Фёдорова хайуандарҙы бик ярата, уның өйөндә биш «Филя» йәшәй, хатта «Кот Матроскин» да булған.
Алып барыусы «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» программаһында 20 йыл эшләй. «Мин һәр ваҡыт ҡыҙҙар яҡлымын, сөнки уларға һәр саҡ ауыр. Хәҙер миңә Каркуша нығыраҡ оҡшайҙыр, моғайын. Уны һәр ваҡыт йәберләйҙәр, уға үҙенең урынын күрһәтергә тырышалар. Бала сағымда Хрюшаны ярата инем. Ул шаян, тиктормаҫ, һәр ваҡыт үҙ фекере бар, ләкин һуңынан ул бөтәһе менән дә ризалашып ҡуя», - тип һөйләгән Оксана Фёдорова «КП» баҫмаһына.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.