
Санкт-Петербургтың Туризм буйынса комитеты рәйесе Сергей Корнеев «Отдых Leisure» 29-сы халыҡ-ара туризм буйынса форум-күргәҙмә майҙансығында «Башинформ»ға мәҙәни баш ҡала халҡының Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуы артыуын һөйләне. Быға август айында Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәре лә күпмелер булышлыҡ итте.
«Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре ҙур уңыш менән үтте. Халыҡ республиканың сағыу колоритын күрҙе, был уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Социаль селтәрҙә һалынған фотоларҙы бик күптәр ҡараны, һорауҙар бирҙе. Күргәҙмәлә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры менән артабанғы хеҙмәттәшлек пландарын тикшерҙек. Башҡортостан - ҙур туристик мөмкинлектәре булған үҙенсәлекле республика. Беҙ республикала Санкт-Петербург көндәрен ойошторорға йыйынабыҙ. Киләһе йылда уртаҡ проекттар барлыҡҡа килер тип уйлайым», - тине Сергей Корнеев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙә «Отдых Leisure» форум-күргәҙмәһе дауам итә. Унда Рәсәйҙең 40 төбәгенән һәм 20 сит илдән вәкилдәр ҡатнаша. Сара Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, Рус география йәмғиәте һәм тармаҡ ассоциациялары булышлығында уҙа. Ойоштороусыһы - «Евроэкспо» компаниялар төркөмө.
Санкт-Петербургта Башҡортостан күргәҙмәһе тураһында тулыраҡ «Башинформ» агентлығы яҙып сыҡҡайны.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.