

Бөгөн, 12 сентябрҙә, Өфөнән Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон яугирҙәре хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланды. Хәрбиҙәрҙе әҙерләү өсөн ай ярым ваҡыт кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығының Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе, подразделениены ойоштороу инициаторы Артур Йомағужин.
«Бөгөн беҙ Салауат Юлаев батальоны ирекмәндәренең сираттағы командаһын хәрби әҙерлек урынына оҙаттыҡ. Күп тигәндә ай ярым әҙерлек үтәләр. Республикабыҙҙан 40-ҡа яҡын ир-егет китте. Ғөмүмән, 25-ләгән кеше ебәреп торабыҙ», – тине әңгәмәсе.
Йомағужин һүҙҙәренсә, ирекмәндәрҙең 70% – хаҡлы ялға сыҡҡан көс структуралары хеҙмәткәрҙәре. Батальондың төп терәге – тап улар. Араларында уҡытыусылар, хатта чиновниктар бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостан Башлығы хакимиәтенән ике хеҙмәткәрҙең контракт төҙөп, «юлаевсылар» сафына баҫыуы хаҡында яҙғайны.
«Башҡа субъекттар беҙгә көнләшә. Сөнки Радий Хәбировтың указы 100% эшләй. Беренсе Салауат Юлаев батальоны яугирҙәре быны үҙҙәрендә тойҙо. Егеттәр льготалар менән файҙалана, аҡса түләнә, отпуск бирелә, туҡланыу һәйбәт. Муниципалитет башлыҡтары яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Шылтыратып ярҙам һорарға ла кәрәкмәй. Барыһы ла контролдә тотола. Беҙгә Тыуған илде тыныс, ҡыйыу һәм батырҙарса һаҡларға ғына ҡала. Шуға күрә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ир-егеттәр беҙҙә хеҙмәт итергә теләй», - тине отставкалағы полковник.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонға яҙылыу дауам итә. Башланғыс авторы әйтеүенсә, ирекмәндәр йыйыу буйынса ҡуйылған план үтәлгән. Теләүселәр күп булғас, эш әлегә дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, батальондың төп штабы Өфөнөң Дан бульварындағы 6-сы йортта урынлашҡан, көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 8-987-023-76-00 телефонына шылтыратырға мөмкин. Штабтың филиалдары ла эшләй.
Филиалдарҙың адрестары һәм телефондары:
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.